ВКЛ / ВЫКЛ: ИЗОБРАЖЕНИЯ: ШРИФТ: A A A ФОН: Ц Ц Ц ЦНАСТРОЙКИ:
Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова
450059, г. Уфа, ул. Рихарда Зорге, 25/1
Приёмная: 223-08-10 Бухгалтерия: 223-08-17 вахта: 223-07-56
Телефон горячей линии: 223-08-10

Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова

МЕНЮ
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-әсәләре вафат булған етем балалар өсөн асылған интернат киләһе йыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты был датаға ныҡлап әҙерләнә. Уҡыу йортоноң матди базаһы нығытыла. Был юҫыҡта гимназияға ҡарата бағыусыларҙың иғтибары арта. Барабандар шатлыҡлы ритм ҡаға. Тамашасылар көтә, ә шаршау артында музыканттар тулҡынлана. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһының “Өфө фанфарҙары” өлгөлө тынлы оркестры — төбәк, ил кимәлендәге фестиваль, конкурстар еңеүсеһе. Ҡайһы бер конкурстарҙа коллектив еңеүгә дәғүә итә алмай, сөнки состав тулы түгел. Оркестрға фагот тауышы етмәй. Музыка ҡоралын башҡа уҡыу йорттарынан ваҡытлыса алып тороу ғына оркестрҙы ҡотҡара. Ә хәҙер гимназия уҡытыусыларының бер кемгә лә көнө төшмәй, ә оркестр тулы ҡеүәттә яңғырай. Регина Полькина етәкләгән бер төркөм бағыусылар йәш музыканттарҙың күптәнге хыялын бойомға ашырҙы. Баш ҡалалағы шәхси үҫеш тренингына тупланған 80-ләп егет һәм ҡыҙҙың изге эше был. Фәнзир Фәйзрахман улы “Өфө фанфарҙары” өлгөлө тынлы оркестрын 2001 йылдан алып етәкләй. Күп йылдар хәрби оркестрҙар менн эшләгән тәжрибәле дирижер үҙе лә Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Республика гимназия-интернатын тамамлаған. Ҡыйғы егете Камил Ғиниәтуллин 2-се кластан музыка менән шөғөлләнә, фортепианола уйнай. Гиназияға ул 6-сы синыфҡа уҡырға килә. Андрей Николаевич Тирон класына эләгә һәм фаготта уйнарға өйрәнә. Фагот ағас тынлы музыка ҡоралдары араһында айырым урын биләй һәм иң ҙуры һанала. Итальян теленән ул төйөн тип тәржемә ителә. Саған ағасынан эшләнгән музыка ҡоралын сығыш яһар алдынан мотлаҡ көйләү кәрәк. Ә Камилдың оҫталығы шул хәтлем юғары, ул ҡулына алыу менән оркестрға ҡушылып уйнаны һәм бүләктең яҡшы сифатлы булыуын шунда уҡ билдәләне. Фагот беҙгә еңел генә килде, тип уртаҡлаша гимназия директоры Ринат Риф улы. Хаҡтар күтәрелгән ваҡытта, музыка ҡоралын бағыусылар элекке хаҡ менән алып өлгөрөүе лә, Мәскәүҙә төбәк музыканттарының булыуы ла — барыһы ла ыңғай булды, ти ул.Орекстрҙың репертуары бай. Сит ил, рус, башҡорт көйҙәрен улар бирелеп уйнай. Киләсәктә коллектив тағы ла бик күп яңы көйҙәрҙе өйрәнер һәм ил кимәлендә Башҡортостанды данлар.

https://gtrk.tv/heberzer/262250-respublika-gimnaziya-internaty-80-yyllyk-yubileyyn-bildly

https://youtu.be/jIwz-cGAN_I

© 2024. .