-
-
Просмотров: 216
Быйыл 2025 йылдың 9 майында илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Һуғыш йылдары беҙҙән алыҫайған һайын, һуғыш ветерандары кәмей, хатта улар хәҙер юҡ дәрәжәһендә. Фашистик Германияны еңеүгә тос өлөш индергән тыл ветерандары ла юҡ хәҙер. Ләкин уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ! Сөнки улар булмаһа, тыуған илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлап ҡала алмаһа, беҙ булмаҫ инек...
Хәҙерге йәш быуынға ошоларҙы еткереү, төшөндөрөү бик мөһим. Фашистик идеяларҙың яңынан баш ҡалҡытҡан осоронда бигерәк тә кәрәк. Уҡыусыларым араһында үҙҙәренең ҡарт олатайҙары, ҡартатайҙары тураһында белеүселәр булыуы шатландыра. Бәхеткә күрә улар ишетә беләләр, олатайҙары тураһында белгәндәрен ҡәҙерләп һаҡлайҙар, хаҡлы рәүештә ғорурланалар...
Был йыйынтыҡта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыларының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, үҙҙәренең күрһәткән батырлыҡтары менән Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡарт олатайҙары тураһында иҫтәлектәре тупланған.
Атанғолова Рәсимә Әхмәҙулла ҡыҙы,
Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Память сильнее времени!
В преддверии 80-летия Великой Победы обучающиеся ГБОУ РГИ им. Г. Альмухаметова подготовили сборник воспоминаний о своих героических дедах и прадедах — участниках Великой Отечественной войны и тружениках тыла.
В этих искренних сочинениях — не просто истории, а живая память о подвигах, стойкости и мужестве. Каждая строчка — дань уважения тем, кто сражался за мирное небо над нашими головами.
Руководитель проекта:
Атангулова Расима Ахмадулловна — учитель башкирского языка и литературы, вдохновившая ребят на эту важную работу.
"Пока мы помним — герои живы в наших сердцах"
#80летПобеды #ПамятьПоколений #Гордимся #РГИ_Альмухаметова #НашиГерои