ВКЛ / ВЫКЛ: ИЗОБРАЖЕНИЯ: ШРИФТ: A A A ФОН: Ц Ц Ц ЦНАСТРОЙКИ:
Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова
450059, г. Уфа, ул. Рихарда Зорге, 25/1
Приёмная: 223-08-10 Бухгалтерия: 223-08-17 вахта: 223-07-56
Телефон горячей линии: 223-08-10

Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова

МЕНЮ
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

    2020 йыл – Башҡорт теле йылы,  ә 14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Был көнгә бағышлап,  бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтте.

    Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа Башҡорт теле көнөнә бағышланған сараларға бай булды. 3 декабрҙә 5-11 кластарҙа класс етәкселәре тарафынан “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” темаһына Берҙәм класс сәғәттәре ойошторолдо. “Бикбай уҡыуҙары”, “Рәми уҡыуҙары”нда актив ҡатнаштыҡ. Һүрәт дәрестәрендә уҡыусылар башҡорт теле менән бәйле һүрәттәр төшөрҙө. “Тел серҙәре” интернет викторинаһы, “Аҡмулла диктанты”нда үҙҙәрен һынап ҡараны. “Башҡорт теле – минең ғорурлығым” темаһына инша яҙғанда, башҡорт теленең киләсәге, уны нисек модалы итеү тураһында уйланды. 14 декабрь башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Атанғолова Р.Ә. һәм Хоҙайбирҙина Г.З. тарафынан 7а, 9б кластарында “Башҡорт теле көнө”нә һәм Ш.Бабичтың 125 йыллығына бағышланған асыҡ дәрестәр, 6 кластар өсөн “Уйын-квест”  үткәрелде, “Урал батыр” фильмы күрһәтелде.  Шулай уҡ һәр уҡытыусы үҙенең дәресен башҡорт теле менән бәйләп, региональ компонентты ҡулланды. Китапхана, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарында, рекреацияла Башҡорт теле көнөнә арналған мөйөштәр булдырылды. Телебеҙгә арналған сараларҙы гимназияның “Арман” фольклор төркөмө, уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнашлығындағы З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғри сылбыры менән тамамлап ҡуйҙыҡ.

     Үткәрелгән саралар уҡыусыларҙы телебеҙгә ҡарата иғтибарлы булырға өйрәтте; уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғолары уятты; уны артабан да өйрәнергә, серҙәренә төшөнөргә һис шикһеҙ булышлыҡ итер.

Флешмоб

АнглБибл

ОткРис.түшелдерекРус

Сертиф. З

Урок англ

Урок рус

9а

4 min 1 min4 min

3 min

© 2024. .