14 декабрь — Башҡорт теле көнө. Бөгөн бөйөк шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған байрамды тотош республика билдәләй. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры тарафынан 2016 йылдың 22 мартында раҫланған бойороғона ярашлы 14 декабрь Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында һ. б. таралған. Беҙҙең гимназиябыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы. Уҡыусылар Берҙәм дәрес ҡараны, “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле” этно-квизында ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ойошторған хештегтары аҫтында үткәрелгән конкурста актив ҡатнаштылар: шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, ҡурайҙа уйнанылар.
Башҡорт теле көнө менән ҡотлайбыҙ! Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү беҙҙең үҙебеҙҙән тора!